УРМАНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ФӘНЕ, урман, уны тәшкил иткән бергәлектәрҙең биол., ағас тоҡомдары, урман, тәбиғәт һәм антропоген шарттарҙың үҙ‑ара бәйләнеше, уның тергеҙелеү ҡанундары, ағас тоҡомдарының алышыныуы т‑дағы фән. Урман үҫемлектәренең биохимия һәм генетикаһын, дендрология, урман ресурстарын өйрәнеүҙе, урман метеорологияһын, фитопатологияны һ.б. үҙ эсенә ала, урмансылыҡтың фәнни‑теоретик нигеҙе булып тора. Башҡортостанда 20 б. 30—40‑сы йй. Урман тәжрибә станцияһында ағас үҫемлектәрҙең биол. (А.Л.Коркешко), Биология институтында — урман һәм тупраҡтың үҙ‑ара бәйләнеше (С.Н.Тайсинов) өйрәнелә. 50—70‑се йй. Биол. ин‑тында ағас тоҡомдарының экологияһы (Ғ.Ҡ.Байков, А.Ю.Кулагин, Ю.З.Кулагин, Н.И.Мушинская, Б.И.Федорако һ.б.), ағас үҫемлектәрҙең физиол. (Ю.З.Кулагин, Л.И.Сергеев, К.А.Сергеева һ.б.), урман тупраҡғилеме, урман һәм тупраҡтың үҙ‑ара бәйләнеше (М.Н.Буранғолова, К.М.Ғәбдрәхимов, Ә.Х.Моҡатанов, Тайсинов, Ф.Х.Хәзиев һ.б.), дендрология (Коркешко, А.Ю.Кулагин, В.П.Путенихин), урмандарҙы типтарға бүлеү һәм урман‑хужалыҡ районлаштырыу (А.А.Баталов, Ю.З.Кулагин, Н.А.Мартьянов, Б.Ф.Окишев, Г.В.Попов һ.б.), Урман тәжрибә ст. — урман генетикаһы, селекция һәм орлоҡсолоҡ (Ю.Ф.Косоуров, С.М.Хазиагаев, З.Х.Шиһапов, Ю.Ә.Янбаев һ.б.), һаҡлаусы урман үҫтереү (Косоуров, Н.Ф.Морозов), урмандарҙың продуктивлығы һәм урманды ҡулланыу (Ф.Г.Хөсәйенов, Р.С.Сурағолов һ.б.), урмандарҙы ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау (И.А.Ибраһимов, И.П.Положенцев, Р.Ә.Түрйәнов һ.б.), БДАУ‑ҙа — рекреацион урмансылыҡ (Ә.Ф.Хәйретдинов, С.И.Конашова һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 80‑се йй. алып У.ө.ф. өлкәһендә тикшеренеүҙәр Ботаника баҡса‑институтында (Путенихин, Шиһапов, Янбаев һ.б.), Биол. ин‑тында (Р.Х.Ғиниәтуллин, Г.А.Зайцев, А.А.Кулагин, А.Ю.Кулагин һ.б.), БДАУ‑ҙа (Ғәбдрәхимов, Окишев, Р.Р.Солтанова һ.б.) һ.б. үҫешә.

Әҙәб.: Кулагин Ю.З. Индустриальная дендроэкология и прогнозирование. М., 1985; Леса Башкортостана /А.Ф.Хайретдинов [и др.]. Уфа, 2004; Водоохранно‑защитные леса Уфимского плато. Уфа, 2007.

К.М.Ғәбдрәхимов, А.Ю.Кулагин

Тәрж. Г.А.Миһранова