УРМАНДАР, үҫемлектәрҙең күп һанлы йәшәү формалары м‑н бирелгән, улар араһында төп роль ағастарҙыҡы булған, үҫемлектәр донъяһы тибы. Урмандарҙы өйрәнеү фәне, урмансылыҡ, урман генетикаһы, селекция һәм орлоҡсолоҡ, урман таксацияһы, фитоценология, урман энтомологияһы һәм фитопатологияһы, дендрология, биогеоценология, урман тупраҡғилеменең һ.б. өйрәнеү предметы. У. формалашыуы тәбиғәт‑климат шарттары, рельеф, тупраҡ япмаһы м‑н бәйле. У. — яңыртыла торған тәбиғи ресурс, урман экосистемалары эш итеүе процесында углерод (ш. иҫ. техноген углерод) тупланыу, кислород етештереү, ултырмаларҙы ҡайтанан бүлеү, һыу ағышын һәм микроклиматты көйләү, сәнәғәт бысраҡтарын йотоу һәм детоксикациялау һ.б. процестар бара. Тәбиғи һәм яһалма (урман культуралары, баҫыу һаҡлау, эрозияға ҡаршы, һыу һаҡлау, санитар‑һаҡлау ултыртмалары) У. айырып йөрөтәләр.  Башҡортостанда урман фондының дөйөм майҙаны 6,3 млн га тәшкил итә (2011), ш. иҫ. 5,2 млн га У. м‑н ҡапланған. Республика терр‑яһының 39,9%‑ын урман биләй. БР терр‑яһында У. тигеҙ таралмаған: Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының 81,2—92%‑ы, Башҡортостандың Урал аръяғының һәм Башҡортостандың Урал алдының көньяғында — 10%‑тан кәмерәге урман м‑н ҡапланған. Тау, тигеҙлек, һыҙа, һыубаҫар туғай У. таралған. У. — төп роль (биомассаһы һәм мөхит яһауы б‑са) ағас үҫемлектәргә бирелгән үҫемлектәр бергәлеге. У. түбәндәге ярустар барлыҡҡа килә: ағастар (1‑сенән алып 3‑сөгә тиклемге ярустар), тәпәш урман, ҡыуаҡлыҡтар һәм ярым ҡыуаҡлыҡтар, үләндәр, мүктәр һәм лишайниктар. Ярустан тыш үҫемлектәргә уралыусан, үрмәләүселәр, эпифиттар инә. Республикала ылыҫлы, япраҡлы һәм ҡатнаш У. таралған. Урман яһаусы ағас тоҡомдары составына ярашлы рәүештә ылыҫлы (ябай ҡарағай, Сукачев ҡарағасынан торған яҡты ылыҫлы; Себер шыршыһы һәм Себер аҡ шыршыһынан торған ҡараңғы ылыҫлы), киң япраҡлы (ябай имән, йөрәк япраҡлы йүкә, ҡара саған, шыма йыла), ваҡ япраҡлы (һалпыш аҡ ҡайын, аҡ ҡайын, уҫаҡ, ҡара тирәк, аҡ тирәк, ҡара ерек, аҡ ерек, аҡ тал) У. айырып йөрөтәләр. Урман зонаһы (Көньяҡ Уралдың урта өлөшөндәге тау көньяҡ‑тайга, ҡарағай һәм ҡайын У., Өфөяйлаһының ҡатнаш киң япраҡлы‑ылыҫлы У., Кама‑Ағиҙел‑Танып йй. араһындағы тигеҙлек киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы У., Көньяҡ Уралдың көнбайыш тау алдары ҡатнаш киң япраҡлы У.), урманлы дала зонаһы (Бөрө урманлы далаһы, Мәсәғүт урманлы дала зонаһының төньяғы, Стәрлебаш‑Фёдоровка ҡалҡыулығы һәм Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығы, Ағиҙел буйының тигеҙлекле көньяҡ урманлы далаһы, Көньяҡ Уралдың көнсығыш һәм көньяҡ тау алды тау урман‑далаһы) һәм Урал тауҙарына көньяҡ‑көнсығыштан килеп тоташыусы дала зонаһы У. айырып йөрөтәләр. Респ. урмандары ҡайынлыҡтар (1436,4 мең га), йүкәлектәр (1113,1 мең га), ҡарағайлыҡтар (795,0 мең га), уҫаҡлыҡтар (766,0 мең га), шыршылыҡтар һәм аҡ шыршылыҡтар (327,9 мең га), имәнлектәр (267,1 мең га), сағанлыҡтар (160,1 мең га), ҡарағаслыҡтар (45,5 мең га), Себер эрбете ултыртмалары (0,2 мең га) м‑н бирелгән. БР‑ҙа урман хужалығы У. геогр. үҙенсәлектәрен, урман үҫеү шарттарын, ағас тоҡомдары составын, У. составы үҙгәрешенең тәбиғи һәм антропоген динамикаһын иҫәпкә алыусы урман тибы нигеҙендә алып барыла. Хужалыҡ һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡиммәтенә ҡарап БР‑ҙа 1‑се төркөм (ҡурсаулыҡ, милли һәм тәбиғи парктар, шифахана‑курорт зоналары, һыу һаҡлау, эрозияға ҡаршы, ҡала, ҡала һәм торама пункттарҙың йәшел зоналары) — 1360,4 мең га (барлыҡ урман майҙандарының 34,0%‑ы), 2‑се төркөм (һаҡлаусы, сикләнгән эксплуатация әһәмиәтле) — 1365,1 мең га (24,1%) һәм 3‑сө төркөм (эксплуатация өсөн үҙләштерелгән һәм резерв) — 2642,1 мең га (41,9%) У. айырып йөрөтәләр. У. ҙур гидрологик һәм тупраҡ һаҡлау ролен үтәй. У. ҡиммәтлеһәмхайуандарҙың һирәк төрҙәре йәшәй, үҫемлектәрҙеңһирәк төрҙәре һ.б. үҫә. У. — сәнәғәттең урман эшкәртеү, химия, аҙыҡ‑түлек һ.б. тармаҡтарында ҡулланылыусы күп төрлө ресурстарҙың (үҙағас, сайыр, үҫемлек дарыу сеймалы, ашарға яраҡлы емештәр һ.б.) бай сығанағы.

Әҙәб.: П о п о в Г.В. Леса Башкирии. Их прошлое, настоящее и будущее. Уфа, 1980; Леса Башкортостана /А.Ф.Хайретдинов [и др.]. Уфа, 2004.

Илл.: Ҡарағай урманы

Ҡайын урманы

Имән урманы

Ҡатнаш урман

 А.Ю.Кулагин

Тәрж. Г.А.Миһранова