УРМАНАҪТЫ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Күкҡуян а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Яубазы й. башында  буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 670 кеше; 1920 — 781; 1939 — 755; 1959 — 507; 1989 – 317; 2002 — 305 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Халҡы «“Нива” тоҡомсолоҡ заводы» ЯСЙ‑нда эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

   Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1764 й. алып билдәле. 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр һәм мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 21 йортта 142 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 378 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ ат м‑н иген һурҙыртҡыс, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов