БАЛАЛАР ҠАРАУҺЫҘЛЫҒЫ, балалар һәм үҫмерҙәрҙең нормаль йәшәү шарттарынан (даими йәшәү урынының, мед. хеҙмәтләндереүенең юҡлығы), ғаилә йәки дәүләт ҡарауынан мәхрүм булыуы. Б.ҡ. балаларҙың бағыуһыҙлығының, йәғни ата‑әсә йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләрҙең тәрбиә биреү, уҡытыу, аҫрау б‑са вазифаларын тейешенсә үтәмәүе арҡаһында балаларҙың тәртибенә һәм шөғөлдәренә күҙәтеү юҡлығының һуңғы сағылышы һәм эҙемтәһе булып тора. Б.ҡ. балаларҙың етемлегенә килтереүсе иҡт. кризистар, әхлаҡ һәм мәҙәниәттең сифаты һәм соц. әһәмиәте түбәнәйеүе, ғаилә институты кризисы, тормош кимәле түбәнәйеүе, эшһеҙлек, һуғыштар, рев‑циялар, аслыҡ, стихиялы бәлә‑ҡазалар һ.б. тетрәнеүҙәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Б.ҡ. бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙары, енәйәтселеге, алкоголизмы, наркоманияһы, фәхешлеге м‑н һәр ваҡыт йәнәш йөрөй. Балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау бурысы опека һәм попечителлек органдарына (урындағы үҙидара органдары ҡарамағында) йөкмәтелә. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ғаиләгә уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа), опека-попечителлеккә, аҫрауға алған йәки патронат (алмаш) ғаиләгә, ғаилә тәрбиә төркөмөнә, дәүләт учреждениеларына тапшырыла ала.

Башҡортостанда Б.ҡ. Беренсе донъя һуғышынан һәм революциянан (1917) һуң айырыуса киҫкенләшә. 1919 й. Башревком эргәһендә Соц. тәьминәт ХК ойошторола, уның бурыстарына Б.ҡ. контролдә тотоу ҙа инә. 1921 й. Башҡ‑н милицияһы баш идаралығы эргәһендә соц. инспекция (балалар милицияһы), БашҮБК эргәһендә Балаларҙың тормошон яҡшыртыу б‑са комиссия ойошторола. Б.ҡ. иң юғары кимәле 1921—22 йй. аслыҡ м‑н бәйле була. Балалар ауылдарҙан ҡалаларға китергә, ярҙам һорап балалар учреждениеларына мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. 1921 й. апр. Өфөлә көн һайын 10—15 ошондай мөрәжәғәт ҡабул ителә, июндә — 180-дән ашыу. 12 меңләгән бала “икмәкле” губерналарға оҙатыла (1922—24 йй. күп өлөшө кире ҡайтарыла). 3 йәшкә тиклемге балалар м‑н эшләү Һаулыҡ һаҡлау ХК ҡарамағында була, 3—17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр — Мәғариф ХК‑нда. Б.ҡ. м‑н көрәштә балалар ойошмалары, комсомол берекмәләре ыңғай роль уйнай. 1930‑сы йй. башына киң ҡолас алған урам ҡарауһыҙлығы нигеҙҙә бөтөрөлә. 1931—32 йй. аслыҡ һәм сәйәси репрессиялар һөҙөмтәһендә Б.ҡ. кимәле тағы үҫә; 1932 й. 2 мең самаһы ҡараусыһыҙ бала була, уларҙың байтаҡ өлөшөн махсус ҡасабаларға һөрөлгән крәҫтиән һәм кулак балалары тәшкил итә. Б.ҡ. м‑н көрәште бәлиғ булмағандар эштәре б‑са комиссиялар, Мәғариф ХК эргәһендәге бәлиғ булмағандарҙы соц.-хоҡуҡи яҡлау бүлеге һ.б. тормошҡа ашыра. ВКП(б) ҮК‑ның “Балалар ҡарауһыҙлығын һәм бағыуһыҙлығын бөтөрөү тураһында”ғы (1935) ҡарарына ярашлы, енәйәт яуаплылығы йәше (ш. иҫ. берәҙәклек һәм әрәмтамаҡлыҡ өсөн) 12 йәшкә тиклем төшөрөлә, кесе йәштәге хоҡуҡ боҙоусылар өсөн холоҡ төҙәтеү учреждениелары Мәғариф ХК, Юстиция ХК ҡарамағынан Эске эштәр ХК‑на тапшырыла. Мәжбүри патронатҡа алыу индерелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР-ға фронт яны райондарында йәшәүселәр һәм балалар учреждениелары эвакуациялана. Райондарҙан Өфөгә балалар учреждениеларына урынлаштырыу өсөн балалар килтерелә (1941 й. Бүздәк р‑нынан 169 бала килә, Иглиндан — 87, Кушнаренконан — 81, Саҡмағоштан — 85 һ.б.). 1942—43 йй. СССР ХКС‑ы “Ата‑әсәһеҙ ҡалған балаларҙы урынлаштырыу тураһында” һәм “Балалар ҡарауһыҙлығы, бағыуһыҙлығы һәм хулиганлығы менән көрәш сараларын көсәйтеү тураһында” ҡарарҙар ҡабул итә, уларҙа урындағы советтарҙа ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙы урынлаштырыу б‑са комиссиялар булдырыу һәм эске эштәр органдары составында Б.ҡ. һәм бағыуһыҙлығы м‑н көрәш бүлектәре ойоштороу ҡарала. 3 йәше тулмаған балаларҙы — сабый йорттарына, өлкәнерәктәрҙе балалар таратыусы приёмниктарға йүнәлтәләр. Приёмниктан 3—14 йәшлек балалар ғаиләләргә һәм балалар йорттарына, 14—16 йәшлектәр һөнәрселек уч‑щеларына ебәрелә алған. Балалар йорттарынан йыш ҡасҡан, тәртибендә тайпылыштар булған балалар Эске эштәр ХК‑ның балалар колонияһына оҙатылған. 1944 й. Б.ҡ. кимәле халыҡтың септик ангина эпидемияһынан күпләп ҡырылыуы сәбәпле ҡырҡа күтәрелә. 1943 й. БАССР-ҙа 2,2 мең ҡараусыһыҙ һәм бағыусыһыҙ бала асыҡлана, уларҙың 1,6 меңе — балалар учреждениеларына, 500-ҙән ашыуы патронатҡа тапшырылған; 1946 й. — 7 мең самаһы етем һәм ярым етем, шуларҙың 2 мең тирәһе — ғаиләләргә, 1,4 меңе — балалар учреждениеларына, 743-ө эшкә урынлаштырыла, 2,6 мең бала туғандары йәки колхоздар аҫрауында була; 1947 й. — 6,2 мең бала һәм үҫмер (ш. иҫ. 85% — етемдәр), шуларҙың 55%‑ы — балалар йорттарына, 8%‑ы — туғандарына, 6%‑ы эшкә урынлаштырыла, 5%‑ы колонияға ебәрелә. 1964 й. СССР МС‑ы ҡарары м‑н бәлиғ булмағандар өсөн колониялар махсус мәктәптәр һәм махсус һөнәрселек‑техник уч‑щелар итеп үҙгәртелә; БАССР-ҙа Бөрө тәрбиә биреү колонияһы бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар өсөн махсус мәктәпкә әйләндерелә. 1965 й. БАССР ЮС‑ы “Республикала бәлиғ булмағандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен һаҡлауҙағы етди етешһеҙлектәр тураһында” ҡарар ҡабул итә, уны үтәү Мәғариф министрлығына йөкмәтелә. 1960-сы йй. ҡараусыһыҙ балаларҙы урынлаштырыу төрҙәренән ғаилә вариантына, ш. иҫ. уллыҡҡа алыуға, өҫтөнлөк бирелә: 1967 й. ғаиләләргә 7 меңләп бала тапшырыла, шуның 3,5 меңе уллыҡҡа бирелә. Иҫкәртеү сараларынан йәмәғәтселекте йәлеп итеү ҡулланыла; мәҫ., трест №21 ҡарамағында Ғаиләгә һәм мәктәпкә булышлыҡ итеү советы эшләй, уның ултырыштарына бала тәрбиәһе м‑н ҡыҙыҡһынмаған ата-әсәләр саҡырыла. Соц. етемлекте иҫкәртеүҙең төрлө юлдары файҙаланыла: мохтаж ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү, йөклөлөк һәм бала табыу б‑са пособиеларҙы арттырыу һ.б. 1990‑сы йй. Б.ҡ. яңы тулҡыны (“урам балалары”) барлыҡҡа килә; Б.ҡ. сәбәптәренә урбанизация, миграция процестары, никахһыҙ тыуған балалар һаны артыуы, рухһыҙлыҡ һәм ғаилә тарҡалыуы, балаларҙың һәм йәштәрҙең белем алыу, мәҙәниәткә тартылыу ихтыяждарының ҡәнәғәтләндерелмәүе өҫтәлә. РФ Президентының “90-сы йылдарҙа Балаларҙың иҫән ҡалыуын, яҡланыуын һәм үҫешен тәьмин итеү тураһында бөтә донъя декларацияһын ғәмәлгә ашырыу буйынса тәү сираттағы саралар тураһында” (1992) указы, Ғаилә кодексы (1995), “РФ-та бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында” (1998), “Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар хаҡында дәүләт мәғлүмәт банкыһы тураһында” (2001) һ.б. федераль закондар ҡабул ителә. 90‑сы йй. уртаһынан “Рәсәй балалары” Президент программаһы тормошҡа ашырыла башлай. Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеүҙе ойоштороу эшен РФ Хөкүмәте эргәһендәге Бәлиғ булмағандар эштәре б‑са ведомство-ара комиссия тормошҡа ашыра. Балалар мәнфәғәтендә сәйәсәтте тормошҡа ашырыу йәһәтенән дәүләт власть органдарының ижт. берекмәләр, хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар (Балалар фонды, Социаль инновацияларға булышлыҡ итеү фонды, Халыҡ-ара балаларҙы социаль яҡлау союзы) м‑н үҙ-ара бәйләнеше мөһимерәк була бара. БР-ҙа “Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау дәүләт системаһы тураһында” (1998), “Башҡортостан Республикаһында опека һәм попечителлек органдарының эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында” (2002) закондар, “Башҡортостан Республикаһы балалары” (2006—10 йй.) Президент программаһы һ.б. эшләй. 2009 й. Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһы раҫлана.

Ашығыс соц., психологик ярҙам күрһәтеү, ихтыяж тыуғанда ваҡытлыса торлаҡ биреү, интернат учреждениеһында йә ғаиләлә йәшәүгә әҙерләү йәһәтенән махсус учреждениеларҙың (ҡара: Үҫмерҙәр клубтары һәм йәштәр үҙәктәре, Приюттар, Психология хеҙмәте) әһәмиәте ҙур. 2009 й. Башҡортостанда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 3,8 мең бала һәм үҫмер асыҡлана, уларҙың 2,8 меңе — опекаға (попечителлеккә), уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа), 754-е — белеем биреү, мед., соц. хеҙмәттәр күрһәтеү ойошмаларына, 53-ө башланғыс, урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениеларына тулы дәүләт тәьминәтенә тапшырыла, 195-е ата-әсәһенә ҡайтарыла.

Әҙәб.: Мустафина Ф.Х. Народное образование в Башкирской АССР. Уфа, 1960; Профилактика безнадзорности, беспризорности и правонарушений несовершеннолетних. Уфа, 2002.

А.И.Ҡаһарманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика