УРМАН, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Һалынҡы сатырлы ағас, бейеклеге 2,5—2,8 м. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, көрән төҫтә, яланғас. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, йәшел, ялтыр, киртләсле. Емеше эре, ауырлығы 280—450 г (макс. — 750 г), эллипс формаһында, ҡытыршы, һары. Ҡабығы тығыҙ. Итсәһе һарғылт аҡ, һутлы, әскелтем‑сөсө. Өлгөрөү ваҡыты — окт. алып, ҡулланыу өсөн — окт. аҙ. алып март аҙ. тиклем. Шәкәр миҡдары — 2,2—4,2%, к‑та (башлыса лимон к‑таһы) — 4,1—4,3%, С витамины — 37,8—42,2 мг%. Уңдырышлылығы — бер ағастан 26,7 кг (Уҡытыу‑тәж. хужалығы, 2009). БР б‑са ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, ябыҡ тупраҡта үҫтерелә.

Ф.В.Садиҡова

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.