УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ, халыҡ хужалығы тармағы, урмандарҙы өйрәнеү, иҫәпкә алыу, тергеҙеү һәм һаҡлау, урманды файҙаланыуҙы көйләү һ.б. м‑н шөғөлләнә. Тармаҡтың төп үҙенсәлеге — урман үҫтереүҙең дауамлы осоро (50—100 йыл һәм унан да күберәк). У.х. иң мөһим функциялары — ағас үрсетеү һәм урман тергеҙеү. У.х. тарихы игенселек үҫеше м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостан терр‑яһында урманды интенсив файҙаланыу 18 б. 2‑се ярт. металлургия з‑дтарын төҙөүгә (ҡара: Тау сәнәғәте), ағас күмере һәм төҙөлөш материалдарына ихтыяж артыуға бәйле башлана. Өфө губернаһында У.х. 1918 й. губерна ер ком‑ты эргәһендә урман бүлеге асылыу м‑н үҫеш ала. Башҡ. респ. Дәүләт урман фонды элекке ҡаҙна, йәмәғәт, шәхси һәм запастағы урмандарҙан тора. 1966 й. БАССР Урман хужалығы министрлығы ойошторола. Башҡортостанда урман фондының дөйөм майҙаны 2012 й. 6,3 млн га, ш. иҫ. федераль әһәмиәттәге урмандарҙың — 5,7 млн га (91,2%), тәшкил итә. Терр‑яның 39,9%‑ын урман ҡаплаған, айырым райондарҙың урман м‑н ҡапланыуы 92,2%‑тан (Белорет) 6,2%‑ҡа тиклем (Дәүләкән) тирбәлә. Урман м‑н ҡапланған майҙан 5196,3 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. ылыҫлы тоҡомдар — 22,3%, ҡаты япраҡлы — 9,1%, йомшаҡ япраҡлы тоҡомдар — 68,6%. Респ. урман фондында бонитеттың III класы ултыртмалары өҫтөнлөк итә, улар урман м‑н ҡапланған майҙандың 44,3%‑ын биләй; I— II класс ултыртмалары — 27,8%, IV класс — 22,2 һәм V класс 4,3% тәшкил итә (ҡара: Урман бонитеты). Ултыртмаларҙың уртаса йәше — 56 йәш, ш. иҫ. йомшаҡ япраҡлы һәм ылыҫлыларҙыҡы — 55 йәш, ҡаты япраҡлыларҙыҡы — 68 йәш. Йәш төркөмдәре б‑са ылыҫлы ултыртмалар майҙанының бүленеше (%): йәш ағастар — 48, урта йәштәгеләр — 14,5, өлгөрөп килеүселәр — 11,2, өлгөргән һәм оҙаҡ йәшәгән ағастар — 26,3. БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында булған урмандарҙа ағастарҙың дөйөм запасы 765 млн м3, ш. иҫ. өлгөргән һәм оҙаҡ йәшәгән ултыртмалар — 417 млн м3 (54,5%), тәшкил итә. Ылыҫлы тоҡомдар өлөшөнә ағастарҙың дөйөм запасынан 23% тура килә, ш. иҫ. өлгөргән һәм оҙаҡ йәшәгән ултыртмалар — 9,4%. Ағастарҙың дөйөм уртаса үҫеше 14,63 млн м3 (урман м‑н ҡапланған 1 га майҙандан 2,8 м3) тәшкил итә. Тәрбиәләү өсөн һәм һайлап санитар ҡырҡыу 28,1 мең га майҙанда үткәрелә, ш. иҫ. ҡулланыуға яраҡлы 549,5 мең м3 ағас әҙерләнә. 10,5 мең га майҙанға ағастар ултыртыла. БР‑ҙың урман фондында плюслы ағастар һаны — 1369 дана, плюслы ултыртмалар 1,4 мең га майҙанда, даими ағас орлоҡтары етештереү участкалары — 3,7 мең га, генетик урман резерваттары 4,6 мең га һ.б. майҙанда урынлашҡан. Респ. 31 урмансылыҡ эшләй. У.х. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта, Биология институтында, Урман тәжрибә станцияһында һ.б. үткәрелә.

Әҙәб.: Система рекомендаций по ведению лесного хозяйства в Башкирской АССР. Уфа, 1976; Н а б и у л л и н Р.Г., Х а й р е т д и н о в А.Ф. Лесное хозяйство Республики Башкортостан. Уфа, 2010.

К.М.Ғәбдрәхимов, Р.Ғ.Ҡаҙаҡҡолов, А.Ш.Тимерйәнов, Ә.Ф.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова