УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ. 1877 й. Ер үлсәү училищеһы булараҡ асыла, 1920 й. алып урман (1922— 29 йй. ер төҙөлөшө, урман һәм төҙөлөш‑мелиорация) техникумы, 1957 й. — индустриаль, 1977 й. — урман‑техника техникумы, 1982 й. башлап Өфө урман хужалығы техникумы. 1930—34 йй. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1957 й. техникум базаһында Салауат ҡ. урман техникумы (ҡара: Салауат индустриаль колледжы) ойошторола. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: ер төҙөлөшө, ер‑мөлкәт мөнәсәбәттәре, урман һәм урман‑парк хужалығы, баҡса‑парк һәм ландшафт төҙөлөшө, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, күтәреү‑транспорт, төҙөлөш, юл машиналары һәм ҡорамалдарын техник эксплуатациялау, ағас әҙерләү технологияһы. Китапханаһы, 3 компьютер, методика, мед. кабинеттары, тамаша, уҡыу залдары, ятағы, спорт комплексы, слесарлыҡ, ағас эше оҫтаханалары, тиры, автопаркы, уҡытыу‑тәжрибә хужалығы (лимонарий) һәм уҡытыу‑тәж. урман хужалығы бар. 30 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2014), улар араһында С.А.Гармс, С.Д.Пономарёв, Н.Р.Ураҙбаев. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда техникум бинаһында Мәскәүҙән эвакуацияланған Коминтерн ис. РВ‑37 радиостанцияһы урынлашҡан.

Д.Ғ.Асҡаров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.