УРМАН ПАРКТАРЫ, ҡалалар һ.б. тораҡ пункттары сиктәрендәге тәбиғи урман массивтары участкалары. Рекреацион һәм ландшафт функцияларын үтәй, үҫемлектәрҙең үҫеү һәм хайуандарҙың йәшәү урындары булып тора. Бер нисә йөҙҙән алып 2—3 мең га тиклем майҙанды биләй. У.п. санитар һәм ландшафт ҡырҡыуҙар, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу үткәрелә, ландшафт‑архитектура һәм спорт‑һауыҡтырыу комплекстары, ял итеү зоналары булдырыла, йәйәү һәм велосипедта йөрөү өсөн юлдар һалына һ.б. Башҡортостанда У.п. башлыса Өфөлә тупланған: М.Ғафури ис. У.п., Башҡортостан урмансылары ис., М.И.Калинин ис. парктар. У.п. нигеҙен киң япраҡлы урмандар, ш. уҡ ылыҫлы (себер шыршыһы, сәнскәкле шыршының зәңгәр төҫтәге формаһы, Сукачёв ҡарағасы, Себер аҡ шыршыһы,ғәҙәти ҡарағай,көнбайыш туяһы һ.б.) ултыртмалар һәм ландшафтар төркөмө тәшкил итә. 500‑ҙән ашыу төр көпшәле үҫемлектәр, ш. иҫ. БР һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән үҫемлектәрҙеңһирәк төрҙәре үҫә. У.п. юғары антропоген йөкләнеш кисерә, был үҫемлектәр донъяһының структураһы һәм төр составы үҙгәреүенә, үлән япмаһының иҙелеүенә һәм юҡҡа сығарылыуына, тупраҡтың тығыҙланыуына, ағас‑ҡыуаҡ үҫемлектәренең тәбиғи тергеҙелеүе түбәнәйеүенә һәм туҡталыуына килтерә. У.п. һаҡлап ҡалыу һәм реконструкциялау өсөн уларҙа урман хужалығы саралары комплексы үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Рекреацион ағас ултыртыу.

А.Ю.Кулагин

Тәрж. Г.А.Миһранова