УРМАН МӘКТӘБЕ, урман кондукторҙары әҙерләү өсөн ойошторолған ябыҡ башланғыс а.х. уҡыу йорто. 1888 й. Минзәләөйәҙе Биклән а. асыла. Игенселек һәм дәүләт милке министрлығы ҡарамағында була; бөтә ҡатламдар өсөн эшләй. Уҡыу курсы — 2 йыл. 16 йәше тулған, 2 класлы ауыл уч‑щеһын тамамлаған үҫмер егеттәр урыҫ теле, арифметика, геометрия, география һәм тарих б‑са ҡабул итеү имтихандары нигеҙендә алына. Бөтәһе 20 кеше уҡытыла, шуларҙың 15‑е ҡаҙна иҫәбенә, 5‑е түләп уҡый (йылына 150 һум). Уҡыу программаһы ҡала училищеһы программаһына ярашлы була, ш. уҡ махсус фәндәр уҡытыла: урмансылыҡ нигеҙҙәре м‑н ағас үлсәү һәм урманды файҙаланыу б‑са ҡыҫҡа курс, һыҙма м‑н төҙөлөш сәнғәте б‑са башланғыс мәғлүмәттәр, урман закондары, эш башҡарыу, һунар т‑да мәғлүмәт биреү. Практик әҙерлеккә төбәкте төшөрөү һәм нивелирлау, техник сметалар, һыҙымдар төҙөү, делянкаларҙы баһалау, эш башҡарыуҙы алып барыу инә. Ҡаҙна иҫәбендә уҡыған тамамлаусылар урман ведомствоһында 3 йыл хеҙмәт итергә тейеш була. 1894 й. 12 уҡыусының 4‑е — дворянлыҡ, чиновниктар һәм хәрбиҙәр, 3‑е — мещанлыҡ һәм 5‑е крәҫтиәндәр вәкиле була. 200‑гә яҡын белгес әҙерләнгән. 1921 й. У.м. ТАССР‑ҙың Любяны а. күсерелә һәм техникумға үҙгәртелә.

Әҙәб.: Аминов Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина