УРМАН КӨЛӘПӘРӘҺЕ (Sanicula), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, башлыса Евразияның һәм Американың уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урал У.к. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы яңғыҙар, ябай, бейеклеге 30–60 см. Япрағы оҙон һаплы, 3–5 бүлемле, эрерәк, төбөнә тиклем тиерлек ирекле урта һәм төбөндә ҡушылып үҫкән ситке өлөштәре бар. Өлөштәре өс айырсалы, ситтәре тешле‑киртләсле. Сәскәһе йәшкелт аҡ төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, тышҡылары — һеркәлек, сәскә һаптарында, эскеләре — ике енесле, ултырма, шар рәүешле сатырҙарҙа урынлашҡан. Урамаһы һәм ваҡ урамаһы бер нисә япраҡсанан тора. Июнь–июлдә сәскә ата. Емеше — һалынҡы емеш, йомортҡа‑шар рәүешле, ырғаҡ һымаҡ төктәр м‑н ҡапланған, июль– авг. өлгөрә. Киң япраҡлы шыршы һәм киң япраҡлы ҡарағай урмандарында үҫә. Өфө яйлаһында осрай. Составында сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт, БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.