УРМАН БОНИТЕТЫ, урман продуктлылығы күрһәткесе. Ағастарҙың үҫеү шарттарына һәм тоҡомдарына бәйле. Ултыртылған ағастарҙың йәшен иҫәпкә алып уртаса бейеклеге б‑са билдәләнә. Рәсәйҙә 1911 й. алып М.М.Орловтың бонитировка шкалаһы ҡулланыла (кластарға бүлеүҙең нигеҙе итеп 100 йәшлек ағастарҙың бейеклеге ҡабул ителә), ул 7 төп кластан тора: иң юғары продуктлы Ia алып түбән продуктлы Va тиклем (Ia, I, II, III, IV, V, Va). Төбәктә У.б. уртаса класы булған кластарҙан сығып унынсы өлөштәргә тиклем аныҡлыҡ м‑н билдәләнә, ғәрәп һандары м‑н күрһәтелә. Орлоҡ һәм үҫенте ултыртмаларының У.б. кластарын билдәләү өсөн айырым шкалалар ҡуйыла, сөнки уларҙың үҫеү тиҙлеге бер үк булмай (үҫенте ултыртмалары — йәш сағында, орлоҡ ултыртмалары өлгөргән осорҙа юғары продуктлылығы м‑н айырыла). Башҡортостанда У.б. уртаса класы II,9 тәшкил итә; иң юғары продуктлылыҡҡа күк тирәклектәр — I,7 һәм имәнлектәр — II,2 эйә.

Н.А.Мартьянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.