УРМАН, Иглин р‑нындағы ауыл, Урман а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 1234 кеше; 1959 – 4317; 1989 – 2674; 2002 – 2504; 2010 – 2877 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында Тимер юл разъезы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 10 йорт теркәлгән. 1947 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.