УРМАН, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Баҡалы а/c ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 4 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан  78 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 185 кеше; 1989 — 130; 2002 — 336; 2010 — 296 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).  

     Ауылға 1952 й. Инвалидтар йорто ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. алып хәҙ. статусын ала, 2008 й. — хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов