УРЖУМ МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Бөрө р‑ны Бәләкәй Соҡаяҙ а. көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Сөгәҙе й. (Бөрө й. ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Үҙәндең һул битләүе нигеҙе һәм 1‑се һыубаҫар туғай өҫтө киртләсе буйлап субмеридиональ йүнәлештә 6 минераль һыу сығанағы урғылып сыға, улар бер‑береһенән 0,3 км аралыҡта ята. Аҫҡы пермдең көңгөр ярусы тоҡомдарында (гипс, эзбизташ) барлыҡҡа килә. Дөйөм дебиты 12 л/с. Һыуы тоҙло, минераллашыуы 5 — 11,9 г/л, хлоридлы натрийлы, ион миҡдары (мг/л): хлор (3630), натрий (2420), сульфат (1080), кальций (401), гидрокарбонат (342), магний (195,3), калий (126,8); микроэлементтар (мг/л): фтор (0,3—2,3), бром (0,3—1,5), бор (0,1—1,0), йод (0,002—0,003); газ составы б‑са көкөртлө водороды түбән, т‑раһы 7°С. Тирә‑яҡ ландшафы һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. А.Н.Күсеев