УРҒЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) Көньяҡҡа табан 110 км алыҫлыҡта Урғыш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 816 кеше; 1920 — 966; 1939 – 547; 1959 — 391; 1989 — 549; 2002 – 654; 2010 – 704 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Лицей, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙендә Пермь губернаһынан килгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. Оло Урғыш (107 йортта 526 кеше йәшәгән; игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр; күн эшкәртеү з‑ды булған) һәм Кесе Урғыш (3 йортта — 23 кеше) аа. теркәлгән. 1906 й. сиркәү (1870 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, мануфактура, шарап һәм 3 бакалея кибеттәре, мөгәзәй булған; йәрминкәләр үткәрелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов