УРҒАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Урғалы а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Оло Урғалы й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 154 кеше; 1939 — 321; 1959 — 1024; 1989 — 1512; 2002 — 1736; 2010 — 1672 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Калинин” АХПК‑нда, Магистраль газ үткәргестәренең Урғалы линия‑производство идаралығында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1911 й. Златоуст өйәҙендә Көнбайыш Урал (хәҙ. Көньяҡ Урал) т. юлының Бирҙәүеш—Дружинин участкаһын һалған ваҡытта Урғалы станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 70‑се йй. уртаһында У. 1837 й. нигеҙләнгән Яҫауыл а. ҡушыла. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018