УРҒАҘА, Я к о в л е в к а, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 45 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 52 км алыҫлыҡта Оло Уртаҙым й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 171 кеше; 1939 — 290; 1959 — 1322; 1989 — 2956; 2002 — 2902; 2010 — 2257 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, урта мәктәп, музыка мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, Сиҙәм музейы, мәсет бар.

Ауылға 1910 й. Орск өйәҙендә Ырымбур өйәҙенең Яковлевка утары (хәҙ. Ырымбур өлк. Һарыҡташ р‑ны) мордва күскенселәре Яңы Яковлев утары булараҡ нигеҙ һала. 30–50‑се йй. һәм 90‑сы йй. алып Яковлевка а. булараҡ иҫәпкә алына. 50‑се йй. аҙ. алып Яковлевка а. Йылайыр с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы (1929 й. нигеҙләнгән) ҡушылғандан һуң, Йылайыр с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлә. 60‑сы йй. ҡасабаға 1928 й. нигеҙләнгән Үҙән а. ҡушыла. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2008 й. хәҙ. исемен йөрөтә. З.В.Колесникова ошо ауылда тыуған.

М.М.Маннапов, Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018