УРБАНОБОТАНИКА, ҡалаларҙың флораһын һәм үҫемлектәр донъяһын өйрәнгән ботаника бүлеге. Башҡортостанда 20 б. башында А.К.Носков тарафынан тәүге тапҡыр Бөрө һәм Өфө ҡҡ., 1923 й. С.Ю.Липшиц тарафынан Өфөнөң һәм уның тирә-яғының (мосолман зыяраты терр‑яһынан алынған үҫемлектәрҙең гербарий өлгөләре МДУ‑ла һаҡлана) флораһын өйрәнеү башланған; Е.Н.Клобукова‑Алисова тарафынан 4500 биттән торған гербарий йыйылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы хеҙм‑рҙәре (Е.М.Брадис, Е.Д.Карнаух, М.И.Котов һ.б.), ш. уҡ В.И. Грубов тарафынан үҫемлектәрҙең респ. (ш. иҫ. ҡалалар терр‑яһында) таралыуы өйрәнелгән, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре “Башҡорт АССР-ының үҫемлектәр белешмәһе” (“Определитель растений Башкирской АССР”; 1966) хеҙмәтендә дөйөмләштерелгән. 60–70‑се йй. Биология институтында — Өфөнөң тәбиғәт ҡомартҡылары терр‑яһында үҫкән үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре (Е.В.Кучеров), 80– 90‑сы йй. Башҡорт дәүләт университетында (А.Р.Ишбирҙин, Б.М.Миркин) һәм Биология ин‑тында (Л.М.Ишбирҙина) Өфөнөң флораһы һәм үҫемлектәр донъяһы, уларҙың 80 йыл эсендә үҙгәреүенең динамикаһы һәм сәбәптәре өйрәнелгән. БДУ‑ла һәм Педагогия университетында — эпилиттар, эпифиттар һәм ҡала экосистемаларының башҡа аэрофиль (Ш.Р.Абдуллин, И.Е.Дубовик, М.Ю.Шәрипова һ.б.), сөсө һыу (Ф.Б.Шкундина) һәм тупраҡ ылымыҡтары (Дубовик, Р.Р.Кәбиров, Г.Ғ.Ҡужәхмәтов һ.б.), БДУ‑ла — синантроп ағас берләшмәләре (Ишбирҙин, Ишбирҙина), Ботаника баҡса‑институтында — Өфө газондарының фитоценоздары (И.Е.Анищенко), Биология ин‑тында мүк һымаҡтар һәм уларҙың антропоген субстраттарҙағы төркөмдәре (Э.З.Байышева), ҡалаларҙың тирә‑яҡ мөхите металдар м‑н бысраныуы шарттарында ағас тоҡомдарының экологик‑физиологик үҙенсәлектәре (Р.Х.Ғиниәтуллин, А.Ю.Кулагин һ.б.) өйрәнелгән. 21 б. башынан БДУ‑ла парктар һәм баҡсалар терр‑яһында үҫкән үҫемлектәрҙең файҙалы һәм һирәк осраған төрҙәрен (С.С.Хәйретдинов), Биология ин‑тында Өфө флораһының антропоген трансформацияһы кимәлен билдәләү һәм йәшел (һаҡлана торған) зонаһының тәбиғи үҫемлектәрен һаҡлау, биол. төрлөлөгөн (В.А.Едрёнкина, Миркин, А.Ә.Мулдашев һ.б.) асыҡлау б-са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: И ш б и р д и н а Л.М., И ш б и р д и н А.Р. Синантропные древесные сообщества г.Уфы //Ботанический журнал. 1991. Т.76. №4; Х а й р е т д и н о в С.С. Экологический мониторинг состояния парка им. Калинина //Журнал экологии и промышленной безопасности. 2007. №4.

А.Р.Ишбирҙин, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.