УРАУТ (Myriophyllum), тоҙло еләк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиерлек таралған. Башҡортостанда башаҡлы У. һәм таҡыялы У. үҫә. Грунтҡа беркетелгән күп йыллыҡ һыу үләндәре. Һабаҡтары оҙонлоғо 30—150 см. Япраҡтары таҡыяларҙа 4—6‑шар, ябай, 4—24 еп рәүешле өлөшкә ҡауырһын һымаҡ теленмә, оҙонлоғо 1,5—3,5, киңлеге 1—2,5 см. Каса япраҡсаһы дүрт бүлемле, таж япраҡсалары (2—4) аҡ, алһыу йәки йәшкелт төҫтә, иртә ҡойола. Сәскәләре ваҡ, һыу өҫтөндә, бер енесле, һирәк башаҡтарҙа, һирәгерәк ике енесле, яңғыҙар йәки 2—4‑ләп бөтөн йәки теленгән сәскә ҡолаҡсындары ҡуйынында йыйылған. У. өсөн ел ярҙамында (ҡайһы берҙә бөжәктәр ярҙамында) йәки үҙенән‑үҙе һеркәләнеү хас. Июнь—июлдә сәскә ата. Емештәре ҡоро, ваҡ, 4 бер орлоҡло мерикарпияға тарҡала, июль—авг. өлгөрә. Ҡышлаусы бөрөләр һәм үренделәренең өлөштәре м‑н үрсей. Күлдәрҙә, быуаларҙа, йылға ҡултыҡтарында БР‑ҙың бөтә терр‑яһында үҫә. Башаҡлы У. — буяусы, мал аҙығы үҫемлеге (мал, ҡаҙҙар, өйрәктәр өсөн). Аквариумдарҙа, ағас изделиеларҙы полировкалау өсөн, ҡомло тупраҡтарға ашлама итеп һ.б. ҡулланалар. Составында органик к‑талар, фенолдар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика