УРАН, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 19 км алыҫлыҡта Киәҙе й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 877 кеше; 1920 — 929; 1939 — 730; 1959 — 407; 1989 — 348; 2002 — 444; 2010 — 419 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1739 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Шулай уҡ Бәғрәш, Ураҡ, Уран‑Берәш исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 104 йортта 641 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре, малс‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет теркәлгән. Р.Ғ.Фәрхетдинов ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018