УРАЛ ИҠТИСАДИ ТӨБӘГЕ, Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ, Белорет, Сибай, Учалы ҡҡ., Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла административ райондарын берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны 40062 км2 (БР майҙанының 27,9%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны – 419,5 мең кеше (респ. халҡы һанының 10,4%‑ы), 1990–2002 йй. 7,1%‑ҡа арта (БР б‑са – 3,6%-ҡа). Төбәктә тулайым төбәк продуктының 6,3%‑ы тупланған, респ. сәнәғәт продукцияһының 5,9%‑ы етештерелә (иҡт. төбәктәр араһында сәнәғәт етештереүҙе үҫтереү кимәле б‑са 5‑се урынды биләй; ҡара: табл.): төҫлө металлургия өлөшө – 96,9%, ҡара металлургия – 90,5, төҙөлөш материалдары сәнәғәте – 11,2, ағас эшкәртеү сәнәғәте – 6,6, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте – 3,8, электр энергетикаһы – 3,1, машиналар эшләү  һәм металл эшкәртеү – 1,2% тәшкил итә. Ауыл хужалылғы ерҙәре (БР б‑са %‑тарҙа) – 18,5, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр – 12,7; эре һыйыр малы – 2,8%, йылҡы – 22,0, сусҡа – 11,1, һарыҡ һәм кәзәләр – 23,6% тәшкил итә. Дөйөм респ. а.х. продукцияһы күләменең 10,5%‑ы: игендең – 13,4%‑ы, картуфтың – 4,0, асыҡ грунттағы йәшелсәнең – 12,9, һөттөң – 14,0, йомортҡаның – 15,7%‑ы етештерелә; 13,8% мал һәм ҡош ите һатылған. Төҙөлөш эштәре күләме – 3,4%, ваҡлап һатыу сауҙаһы һәм йәмәғәт туҡланыуы – ярашлы 5,5 һәм 5,8, халыҡҡа түләүле хеҙмәт күрһәтеү – 5,1, бәләкәй эшҡыуарлыҡ продукцияһы 5,7% тәшкил итә. Автомобиль юлдарының оҙонлоғо– 1604,3 км (дөйөм респ. күләменең 8,2%‑ы; БР б‑са 2‑се урын). Төбәк өлөшөнә респ. торлаҡ фондының11,1%‑ы тура килә.

Әҙәб.: ИсянбаевМ.Н. Экономические подрайоны Республики Башкортостан: приоритетные направления социально-экономического развития. Уфа, 2008.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

БР Урал иҡтисади төбәгенең иҡтисади күрһәткестәре (2007)

Административ­территориаль берәмектәр

Төп фондтар*, млн һум

Торлаҡты сафҡа индереү**, дөйөм майҙандың м2

Оҙатылған тауар, башҡарылған эш һәм хеҙмәттәр күләме, млн һум

А.х. производствоһы, млн һум

Райондар

 

 

 

 

Әбйәлил

2353,6

23346

713,4

1774,8

Баймаҡ

2855,4

17612

1018,0

2554,1

ш. иҫ. Баймаҡ ҡ.

2014,9

8708

512,8

111,2

Белорет

8257,7

22685

14712,9

827,4

ш. иҫ. Белорет ҡ.

6642,1

12085

14274,4

81,7

Бөрйән

626,4

10600

81,9

491,8

Йылайыр

632,1

7515

98,7

706,5

Учалы

8225,3

28027

13568,3

1773,6

ш. иҫ. Учалы ҡ.

7090,1

19942

12824,3

109,0

Хәйбулла

2196,2

19913

993,2

1627,3

Ҡалалар

 

 

 

 

Сибай

4422,3

23935

6211,2

185,2

Бөтәһе

29569,0

153633

37397,6

9940,7

БР б‑са бөтәһе

1153973,0

1856800

836109,0

84947,8

*1.1.2008 й. төп фондтарҙың граждандар мөлкәтендә булған, “Газпром” ААЙ‑ның төп фондтарынан тыш тулы иҫәп хаҡы.

**Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә.

***Иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре б‑са.