УРАЛЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл, Уральск а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 48 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 722 кеше; 1959 – 946; 1989 — 1938; 2002 – 1856 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы «“Байрамғол” Агрофирмаһы» ЯСЙ‑нда эшләй. Урта һәм музыка мәктәптәре, “Ирәмәл” балалар ижады үҙәге (“Ирәмәл” бейеү ансамбле), балалар баҡсаһы, “Байрамғол” спорт клубы, спорт мәктәбе, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

    Ауылға 1929 й. Байрамғол с‑зы ойошторолған ваҡытта с‑здың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. — хәҙ. статусында. Ғ.Ғ.Ишбаев, А.С.Сиразетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов