“УРАЛТЕХНОСТРОЙ-ТУЙМАЗЫХИММАШ”, ААЙ. Яғыулыҡ, нефтехимия сәнәғәте, машиналар эшләү, металлургия өсөн технологик ҡорамалдар етештерә. Туймазы ҡ. урынлашҡан. Составына ҡаҙанлыҡ‑иретеп йәбештереү (3), әҙерләмәләр, механика цехтары инә. 2009 й. 1590 кеше эшләгән; 244 дана — һауытлы ҡорамал һәм фильтр, 19 — колонналы аппаратура, 29 — нефть‑газ һәм газ сепараторы, 2 —ләм һурғыс һәм ләм ҡырғыс, 3 — нефть йылытыу мейесе һәм киптергес, 62 — һауа м-н һыуытыу аппараты, 99 дана — йылы алмаштырыу ҡорамалы етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.

1969 й. Туймазы химия машиналары эшләү з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1994 й. алып хәҙ. статусын ала, 2002 й. — хәҙ. исемдәге “Уралтехнострой корпорацияһы” ЯСЙ‑ның бүлендек йәмғиәте, 2008 й. башлап “Уралтехнонефтегаз‑Групп” ААЙ компаниялар төркөмө (Өфө) составына инә. Пр‑тиела диам. 12 м тиклем булған эллиптик һәм торосферик төптәрҙе ротациялап һурҙырыу б‑са БР‑ҙағы берҙән‑бер комплекс ҡуйылған (2009). Пр‑тие м‑н Н.В.Тарасов эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018