УРАЛ‑ТАУ, колонна рәүешле алмағас сорты. 2009 й. Ғ.Ә.Мансуров, З.Х.Шиһапов (БДАУ) тарафынан Сеянец Титовки һәм Арбат сорттарын енси гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Ярым кәрлә ағас, бейеклеге 3 м тиклем, сатыры тар пирамида формаһында, диам. 40—50 см. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта йәки йыуан, ҡыҙғылт төҫмөрлө. Япрағы оҙонса‑овал, йәшел, төклө. Емеше уртаса ҙурлыҡта, ауырлығы 80—90 г, овал‑конус формаһында, бер аҙ ҡытыршы, асыҡ һыҙаттары булған ҡыҙыл төҫтә. Ҡабығы шыма, майлы, ялтыр. Итсәһе һарғылт, уртаса тығыҙлыҡта, ваҡ ярмалы, һутлы, йомшаҡ, тәме әскелтем‑сөсө. Өлгөрөү ваҡыты — сент. уртаһынан, ҡулланыу өсөн — нояб. алып март аҙ. тиклем. Составында 14,5% ҡоро матдә, 10,1% шәкәр, 6,8 мг% С витамины бар. Ҡышҡа сыҙамлы, ҡутырға бирешмәй торған сорт. Уртаса уңдырышлылығы — 800 ц/га (Ботаника баҡса‑институты, 2007—09). БР б‑са ҡулланылышҡа 2009 й. индерелгән, Урал алды дала зонаһында үҫтерелә.

Ғ.Ә.Мансуров

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.