УРАЛТАУ, цитрон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Һалынҡы сатырлы ағас, бейеклеге 3—3,5 м. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, һарғылт йәшел, яңғыҙар йәки сәскәлектәрҙә урынлашҡан, тоноҡ алһыу, хуш еҫле. Емеше эре, ауырлығы 260—500 г, оҙонса, лимон һымаҡ һары төҫтә. Ҡабығы ҡалын, ҡытыршы. Итсәһе һарғылт аҡ, йәшел төҫмөрлө, һутлы, әскелтем‑сөсө. Өлгөрөү ваҡыты — окт. алып, ҡулланыу өсөн — окт. аҙағынан февр. тиклем. Шәкәр миҡдары — 3,2—3,8%, кислота (башлыса лимон к‑таһы) — 3,6—3,9%, С витамины — 33,4—37,4 мг%. Уңдырышлылығы — бер ағастан 18,5 кг (Уҡытыу‑тәж. хужалығы, 2007). БР б‑са ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, ябыҡ тупраҡта үҫтерелә.

Ф.В.Садиҡова

Тәрж. Г.А.Миһранова