БАЛАЛАР ЙОРТО №1, дәүләт уҡытыу‑тәрбиә учреждениеһы. Ата‑әсәһе революция (1917) һәм Граждандар һуғышы йылдарында һәләк булған башҡ. балалары өсөн Үҙәк мәктәпкәсә балалар йорто булараҡ Өфөлә 1921 й. Ш.Ә.Хоҙайбирҙин башланғысы м‑н асыла; 1924 й. алып Ш.Хоҙайбирҙин ис. 1‑се мәктәпкәсә башҡ. Б.й., 3‑сө һәм 8‑се балалар йорттары м‑н ҡушылғандан һуң 1989 й. алып Ш.Хоҙайбирҙин ис. Башҡорт республика 1‑се балалар йорто. Йоҡо, уйын һәм көнкүреш бүлмәләре, спорт һәм тамаша залдары, мед. кабинеты, китапхана, ашхана, уҡытыу оҫтаханалары, бассейн м‑н саунаһы, кер йыуыу бүлмәһе, гаражы бар. Балалар йортонда 3—18 йәшлек 118 бала тәрбиәләнә (2011). Балалар йорто м‑н Һ.Л.Дәүләтшина һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Асылғандан алып 6 мең тирәһе тәрбиәләнеүсе сығарған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балалар йортонда Мәскәү, Ленинград, Белоруссия, Украинанан эвакуацияланған балалар йәшәгән.

Ф.М.Бәҙретдинова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика