УРАЛТАУ ЗАКАЗНИГЫ. 1981 й. Ағиҙел, Урал йй. башланған урындарҙы һәм уларҙың тирә‑яғындағы тәбиғәт комплекстарын һаҡлау маҡсатында ландшафт заказнигы булараҡ ойошторола. Учалы р‑ны терр‑яһында Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 52,4 мең га, яҡынса 80%‑ын урман ҡаплаған, 3%‑ы һаҙланған. У.з. терр‑яһында һаҙлыҡтар күп, ш. иҫ. Кирәбе, Тығын; Ағиҙел (Оло Әүнәр ҡушылдығы м‑н), Йүрүҙән, Әй, Урал йй. башлана; заказник сиктәрендә Уралтау һыртының төньяҡ‑көнсығыш өлөшө урынлашҡан, көнбайышта Ирәмәл тауы һәм Әүәләк һырты ята. Рельефы уртаса бейеклектәге тауҙарҙан тора, үҙәндәр м‑н йырғыланған. Урмандар таралған, тау түбәләрендә ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә.

Э.П.Позднякова

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.