УРАЛ-СЕБЕР МАГИСТРАЛЬ НЕФТЬ ҮТКӘРГЕСТӘРЕ, “У р а л с и б н е ф т е п р о в о д”, ААЙ. Магистраль нефть үткәргестәре буйлап нефть ташыу, пр‑тиеның резервуар парктарында нефть һаҡлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составына Туймазы (1947, Туймазы р‑ны Собханғол а.), Арлан (1964, Ҡалтасы р‑ны Күтәрем а.), Черкассы (1970, Өфө р‑ны Нөрлө а.), Силәбе (1956), Ҡурған (1973, Яңы Мир ҡасабаһы) нефть үткәргес идаралыҡтары; аварияларҙы иҫкәртеү һәм туҡтатыу б‑са махсус идаралыҡ (1974), хәүефһеҙлек хеҙмәте (2002, икеһе лә — Өфө), Төньяҡ Ҡаҙағстан вәкиллеге (2003, Петерфельд ҡасабаһы) инә. Пр‑тие тарафынан 24 нефтте һурҙырып бушатыу, 56 насос станцияһы, 106 резервуар, 22 магистраль нефть үткәргесе (ш. иҫ. Балыҡтамаҡ–Ҡурған–Өфө–Әлмәт, Түб. Варта–Ҡурған–Куйбышев) файҙаланыла. 2009 й. 5 меңдән ашыу кеше эшләгән. Хеҙмәттәрен ҡулланыусылар — БР, РФ, Ҡаҙағстан пр-тиелары.

1947 й. Черниковск тауар‑производство контораһы булараҡ асыла, 1948 й. башлап Башҡ‑н тауар‑транспорт идаралығы; 1953 й. алып Башҡ‑н, 1964 й. — Урал‑Себер нефть үткәргес идаралығы, 1970 й. башлап хәҙ. исемендәге идаралыҡ, 1991 й. — ПБ, 1993 й. алып «“Транснефть” акционерҙар компанияһы» ААЙ составында (Мәскәү), 1995 й. алып хәҙ. статусын ала, 1997 й. — Д.А.Черняев исемендәге ААЙ. Пр‑тиела тармаҡта тәүге тапҡыр нефтте компаундлау процесы м‑н автоматлаштырылған идара итеү системаһы (1997) һ.б. индерелә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1966). Пр‑тие м‑н Ш.Н.Әхәтов, Р.Т.Әйүпов, Черняев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.