“УРАЛДОРТРАНС” Б а ш ҡ о р т о с т а н Р е с п у б л и к а һ ы н ы ң Ө ф ө п р о е к т ‑ п р о и з в о д с т в о ү ҙ ә г е, ДУП. 1951 й. Өфөлә “Башлес” тресы (ҡара: “Башлеспром”) эргәһендә проект‑эҙләнеү бюроһы булараҡ ойошторола, 1957 й. алып “Башнефтепроект” ин‑тының, 1964 й. — “Уралгипролесбумпром” Өфө экспедиция ин‑тының урман бүлеге, 1969 й. — “Уралгипролесдревпром” ин‑тының комплекслы бүлеге (икеһе лә — Пермь ҡ.), 1985 й. алып “Гипролестранс” ин‑тының (Ленинград) Пермь филиалы, 1990 й. — “Ураллеспроект” (Пермь) Өфө экспедиция ин‑тының бүлеге, 1992 й. — “Ураллестранс” Өфө проект‑произ- водство үҙәге, 1998 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: инженерлыҡ тикшереүҙәрен үткәреү, транспорт тәьминәте схемаларын эшләү, автомобиль юлдары, урамдар, күперҙәр, юл үткәргестәр, инженерлыҡ селтәрҙәрен төҙөү, ремонтлау һәм реконструкциялау, терр‑яларҙы төҙөкләндереү һ.б. проектлау. Үҙәк составына 7 бүлек, 4 төркөм, 3 эҙләнеү партияһы инә. Үҙәктә 100‑гә яҡын хеҙм‑р эшләй (2009). Белгестәр тарафынан 6,5 меңдән ашыу проект, ш. иҫ. Еҙем, Йүрүҙән, Йылайыр, Урал йй. аша күперҙәр, Архангел—Красноусол, Белорет—Учалы—Мейәс, Дүртөйлө—Нефтекама, Магнитогорск—Ира һ.б. автомобиль юлдары; Затон торлаҡ районын төньяҡтан ураған магистраль автомобиль юлын, Өфөгә Таш кисеү районында Өфө й. аша күпере булған көньяҡтан инеү юлдарын, Жилин—Базилевка автомобиль юлын (бөтәһе лә — Өфө) төҙөү һ.б. проекттар әҙерләнә. БР, РФ пр‑тиелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Нач.: Н.Ғ.Ғәлиев (1951 й. алып), А.А.Фадеев (1964 й. алып), Ю.Н.Тябин (1972 й. алып), дир. — В.И.Курочкин (1991 й. алып).

В.И.Курочкин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина