УРАЛ, У р а л   т а у ҙ а р ы, У р а л   т а у  с и с т е м а һ ы, У р а л  й ы й ы р с ы ҡ л ы  т а у ҙ а р  ө л к ә һ е, таулы ил, Карский диңгеҙенән Урал й. киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 2000 км ашыу, киңлеге 40—60 км (урыны м‑н 100 км тиклем). Төньяҡ‑көнбайышта Пай‑Хой һырты һәм Вайгач утрауы аша Яңы Ер архипелагы тауҙарына барып тоташа, көньяҡта Моғажар тауҙары уның дауамы булып тора. У. тәбиғи сиктәре морфоструктура сиктәре м‑н тап килә, унда тәбиғәт шарттарының бөтә компоненттарында киҫкен үҙгәрештәр күҙәтелә. Көнсығыш сиге тектоник киртләс м‑н Көнбайыш Себерҙең дүртенсел ултырмалары ҡушылған урынға тап килә, көнбайыш сиге аныҡ һиҙелмәй, Төньяҡ һәм Урта Уралда асыҡ күренә, Урал алды бөгөлө аша үтә. У. ҡатмарлы теҙмә йыйырсыҡлы тауҙар өлкәһе булып тора, уның биләмәләрендә йәше архейҙан (3 млрд йылдан ашыу) хәҙ. көнгә тиклем булған тоҡомдар ята. Вертикаль һәм йәш үлсәме б‑са У. тау комплекстары структура ярустарына бүленә: көслө йыйырсыҡлы һәм тәрәндән метаморфланған архей‑протерозой; рифей‑венд (үҫеше тиманидтарҙың йыйырсыҡлы тауҙар өлкәһе барлыҡҡа килеү м‑н тамамланған); палеозой‑иртә мезозой (уралидтарҙың йыйырсыҡлы бүлкәте үҫешенә тап килә); платформалы урта юра‑миоцен (терр‑яларҙың емерелеп тигеҙләнеүенә тура килә); неоороген плиоцен‑дүртенсел осор (хәҙ. У. барлыҡҡа килеүе м‑н билдәләнә). Уралидтар тулыһынса төрлө формала күренә, У. төньяғында уларҙың көнсығыш зоналары Көнбайыш Себер бассейны ҡапламаһы аҫтына күмелә. Уралидтар структураһында флиш һәм пермь молассаһы м‑н тулған Урал алды бөгөлө; палеозой континенты ситендәге һыуы һай һәм тәрән булған ҡатламдарҙан торған Көнбайыш Урал йыйырсыҡтар зонаһы; протерозой ҡатламдарының яланғасланған боронғо комплекстары булған Үҙәк Урал зонаһы; Тагил‑Магнитогорск зонаһы — палеозойға ҡараған Палеоурал океаны төбө һәм унда үҫешкән утрау дуғалары комплекстары; палеозойҙың төрлө типтағы ултырмалары м‑н ҡапланған һәм гранит интрузиялары м‑н тишкеләнгән протерозой микроконтиненты нигеҙе булған Көнсығыш Урал зонаһы; ҡатмарлы төҙөлөшөндә континенталь, океан, утрау дуғалары комплекстары ҡатнашҡан Урал аръяғы зонаһы айырыла. У. файҙалы ҡаҙылмаларға бай, улар араһында тимер, хром, баҡыр, полиметалдар, затлы металдар (алтын, платиноидтар), никель, алюмин һ.б. бар. Урал алды бөгөлөнөң алғы йыйырсыҡтарында һәм риф массивтарында нефть, тәбиғи газ, газ конденсаты ятҡылыҡтары билдәле. Орографик элементтары геол. структуралар м‑н билдәләнә. Алыҫ төньяҡта бейек булмаған (467 м тиклем) ваҡ түбәле ҡалҡыулыҡ — Пай‑Хой, унан көньяҡтараҡ — Поляраръяғы У . урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1000 м ашыу. Собь‑Елецк юлының көньяғынан Поляр У. башлана. Хулга й. (Обь й. басс.) үрге ағымынан Шугор й. (Печора й. басс.) тиклем Поляряны У. һуҙыла. Киң, бейек яҫы тауҙарҙа һырттар күтәрелә. Исследовательский һыртында У. иң бейек түбәһе — Народная тауы (1894 м) урынлашҡан. ТөньяҡУ . Тельпосиз тауы (1617 м) киңлегенән башлана һәм Конжаков ташы тауы (1569 м) киңлегендә тамамлана, был аралыҡта У. көнсығыш оҙонлоҡтоң 59° меридианы буйлап һуҙыла, яҫы түбәле 3 һырт айырыла, үҙәк һырты Таш билбау (Ойка‑Чакур тауы. — 1322 м) исеме м‑н билдәле. Урта У. төньяк киңлектең 59° алып 55° тиклем һуҙыла (Юрматау — 1003 м). Һыу айырғыс һыҙыҡ көнсығышҡа табан борола, теүәл меридиональ йүнәлеш, гигант дуға барлыҡҡа килтереп (Өфө амфитеатры), көньяҡ‑көньяҡ‑көнбайышҡа алышына. Макс. бейеклеге — 878 м (Ҡасҡанар тауы). Көньяҡ У. төньяҡ киңлектең 55°25’ алып Урал й. киңлек бүлеменә тиклем һуҙыла, төньяҡ таулы һәм көньяҡ яйлалы [ҡара: Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы] өлөштәргә бүленә. Таулы өлөшөнөң киңлеге 120 км етә. Бер нисә рәт ҙур һырттары бар, шуларҙан Уралтау һырты һыу айырғыс булып тора. Көньяҡ У. макс. бейеклеге — Ямантау (1640 м). Ағиҙел й. киңлек бүлеменән көньяҡҡа табан бейеклектәрҙең дөйөм түбәнәйеүе күҙәтелә: бында Көньяҡ У. пенеплены (Йылайыр яйлаһы) асыҡ күренә; көнсығышта Көньяҡ У. үҙәк өлөшө түбән тигеҙлеккә — У. аръяғы пенепленына (ҡара: Башҡортостандың Урал аръяғы) күсә.

В.Н.Пучков, И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.