УРАЛ, Яйыҡ, йылға. Уралтау һыртының көнсығыш битләүендә, Йомро сусаҡ тауының итәгендә башлана. БР‑ҙың Учалы р‑ны, Силәбе, Ырымбур өлк. буйлап төньяҡтан көньяҡҡа, артабан Ырымбур өлк. буйлап көнбайышҡа һәм Ҡаҙағстан буйлап көньяҡҡа ҡарай аға. Каспий диңгеҙенә ҡоя. Оҙонлоғо 2534 км, басс. майҙаны 220 мең км2. БР‑ҙа оҙонлоғо 165 км, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апр.—июнь), 30%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июль—нояб.), 5%‑ы ҡышҡы (дек.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы яҡынса 30 м3/с. Басс. рельефы уртаса бейеклектәге тауҙарҙан тора, үҙәндәр м‑н йырғыланған; кемпирсай‑войкар комплексы серпентиниттарынан, поляковка, моҡас свиталары, ирәндек свитаһы, олотау свитаһының эффузив, вулканоген‑ултырма ҡатламдарынан, йылайыр свитаһы грауваккаларынан, ҡыҙыл свитаһы карбонаттарынан, урта һәм өҫкө девон һәм карбондың интрузив һәм субвулкан тоҡомдарынан, неоген‑дүртенсел аллювиаль, ш. иҫ. алтынға бай ултырмаларҙан ғибәрәт. Ландшафы аҡһыл һоро урман тау тупрағындағы ҡайын һәм ҡарағай урмандарынан, йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан тора. Басс. яҡынса 80%‑ын урман ҡаплаған, 20%‑ы һөрөлгән, 10%‑ы һаҙланған. Йылғала Илтабан һыуһаҡлағысы төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: Кесе Ҡыҙыл, Йәнгел, Оло Ҡыҙыл, Таналыҡ, Һаҡмар (бөтәһе лә — уң).

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.