УРАЛ, тамырсалы суҡҡыяҡ сорты. 1998 й. Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев (БНИИСХ) тарафынан Башҡортостан флораһы үрнәктәренән экотипик күп тапҡыр киң һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һыубаҫар туғай экотибына ҡарай. Күп һабаҡлы ҡыуаҡ. Һабағының бейеклеге 1,7—2,2 м, төҙ, йығылмай. 65,0—76,1%‑ын япраҡ ҡаплаған. Япрағы киң ҡыяҡлы, оҙонса‑осло, аҫ яҡтан бер аҙ ҡытыршы. Сәскәлеге — ҡыҫылған башаҡ һымаҡ һепертке. Орлоғо бер аҙ ялпаҡланған, оҙонса, аҡһыл һоронан алып һоро төҫкә тиклем. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,7—1,1 г. Ҡоролоҡҡа, ҡышҡа, һыуыҡҡа сыҙамлы сорт, ауырыуҙарға, ш. иҫ. онло ысыҡҡа, бирешмәй; юғары продуктлылығы м‑н айырылып тора, яҙ көнө һәм сабып алғандан һуң яҡшы үҫә. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 380,3, бесән — 107,6 (икеһе лә — 2 тапҡыр сабыуҙа), орлоҡ — 2,1; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 13,4% сей протеин бар (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1993—98). РФ һәм БР б‑са ҡулланылышҡа 1999 й. индерелгән.

Ғ.Ҡ.Зарипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.