УРАЛ ЯНЫ СЫУАШ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ. 1918 й. Өфөлә сыуаш уҡытыусылар семинарияһы булараҡ асыла, 1920 й. алып 3 йыллыҡ пед. курстары, 1922 й. — У.я.с.п.т., 1937 й. башлап пед. уч‑щеһы. 1930 й. Бәләбәй ҡ. күсерелә, 1941 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһы (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы) составына инә. Сыуаш һәм мордва (1930 й. алып) бүлектәре эшләй. Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу һәм экстернат формаһында түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: башланғыс кластар уҡытыусыһы, мәктәпкәсә учреждениелар тәрбиәсеһе (1932 й. алып). Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, тегеү, ағас эше һәм китап төпләү оҫтаханалары, китапханаһы, 3 ятағы, йәшелсә баҡсаһы була. Уҡыу йорто м‑н Г.И.Комиссаров, П.М.Миронов, А.Э.Тюлькин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 800‑ҙән ашыу белгес әҙерләнгән, улар араһында П.Е.Васильев, Ф.Н.Вуколов‑Эрлик, А.И.Тимофеев.

А.А.Кондратьев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018