УРАЛ ТӘБИҒӘТ БЕЛЕМЕН ЯРАТЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, Урал тарихын, этнографияһын һәм тәбиғәтен өйрәнеү б‑са ғилми йәмғиәт. 1870 й. 29 дек. Екатеринбург ҡ. асыла. Ойоштороусыһы — О.Е.Клер. Етәксе органы — президент етәкселегендәге комитет. Йәмғиәт 12 комиссиянан торған: метеорология, археология, тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау, фенология һ.б.; китапханаһы, минералогия оҫтаханаһы, экскурсиялар һәм энтомология бюролары, умартасылыҡ секцияһы, музейы (уның нигеҙендә Свердловск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторола, коллекцияларҙың бер өлөшө Екатеринбург һынлы сәнғәт музейына, Екатеринбург Берләшкән Урал яҙыусылары музейына, Таш уйыу һәм зәргәрлек сәнғәте тарихы музейына бирелә) булған. 1890 й. Пермь бүлеге асыла. Йәмғиәт тарафынан Башҡортостандың Урал аръяғы күлдәре һәм йылғалары, уларҙың флораһы һәм фаунаһы, һоро күмер, нефть ятҡылыҡтары өйрәнелә һәм тасуирлана; Уралтау, Егәлгә һырттары, Ирәмәл, Ямантау тауҙары тикшерелә, Өфө һәм Ырымбур губ. метеорология станциялары селтәре һ.б. ойошторола. “Записки Уральского общества любителей естествознания” (“Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте яҙмалары”; 40 томда, 1873—1927) ж. нәшер ителгән. Себер‑Урал фәнни‑сәнәғәт күргәҙмәһе (1887), Урал музей эшмәкәрҙәренең 1‑се съезы (1921), тыуған яҡты өйрәнгән эшмәкәрҙәрҙең 2‑се өлкә съезы (1924) һ.б. үткәрелгән. 1929 й. ябыла. Йәмғиәттә 2,5 мең ағза була, улар араһында И.М.Крашенинников, Д.Н.Мамин‑Сибиряк, Л.П.Сабанеев, А.А.Черданцев, Ф.Н.Чернышёв, ш. иҫ. почётлы ағзалар: А.П.Карпинский, Д.И.Менделеев, А.Е.Ферсман һ.б. Президенттары: В.А.Грамматчиков (1870 й. алып), И.И.Иванов (1873 й. алып), А.А.Миславский (1896 й. алып), Клер (1919 й. алып).

Әҙәб.: А р х и п о в а Н.П. Роль Уральского общества любителей естествознания в развитии краеведения на Урале //Учёные записки Свердловского пединститута. 1959. №18.

К.И.Әғлиуллина

Тәрж. И.М.Япаров

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.