УРАЛ АРЪЯҒЫ ЯЙЛАҺЫ, У р а л а р ъ я ғ ы п е н е п л е н ы, БР һәм Силәбе өлк. терр‑яларындағы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш тау алдында урынлашҡан. Дөйөм ауышлығы Урал й. табан күҙәтелә. Рельефында аккумулятив һәм денудацион тигеҙлектәр, тәпәш тауҙар теҙмәһе айырыла. У.а.я. Башҡортостанда киңлеге көньяҡта 60 км алып төньяҡта 30 км тиклем булған, диңгеҙ кимәленән 270—450 м бейеклектә ятҡан, респ. көнсығыш сиге буйлап һуҙылған терр‑яны биләй. Магнитогорск мегасинклинорийына тура килә. Палеозой һәм өлөшләтә мезозой тоҡомдарынан тора. Төньяғында бейеклектәре 600 м еткән һырттар (Ирәндек, Күмәс, Оҙонҡыр) урынлашҡан. У.а.я. балсыҡ (Йәнгел, Сибай), эзбизташ (Төйәләҫ), кварц (Йәнгел, Йәнйегет), марганец мәғдәне (Ниязғол, Фәйзулла) һ.б. ятҡылыҡтар табылған. Терр‑яһында Йәнгел, Оло Ҡыҙыл, Оло Урғаҙа, Таналыҡ ҡушылдыҡтары м‑н Урал й. аға; Атауҙы, Яҡтыкүл, Күлтабан, Сыбаркүл һ.б. күлдәр, торфлы һаҙлыҡтар бар. Ландшафы төньяғында ҡайын, ҡайын‑ҡарағас, ҡайын‑ҡарағай урмандарынан, болондарҙан, көньяғында ҡылғанлы‑төрлө үләнле далаларҙан ғибәрәт. Ябай ҡара тупраҡ, өлгөрөп етмәгән һәм ҡара болон тупрағы таралған. Һөрөнтө ерҙәрҙең күп булыуы сәбәпле, йырындарҙың үҫеүе күҙәтелә. Яҡтыкүл, Атауҙы күленең көнбайыш һәм көньяҡ ярҙары, Үләнде күленең көнсығыш яры, Суҡраҡ күлдәре төбәктәре, Попковский күлдәре һәм Таштуғай тауҙары, Маҡан һәм Таналыҡ йй. һыубаҫар туғайҙары — тәбиғәт ҡомартҡылары.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018