УРАЛ АРЪЯҒЫ ДАЛА ЗОНАҺЫ, Баймаҡ, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил р‑ндарының көнсығыш өлөшө а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 2413,4, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 595,8, сабынлыҡтар — 162,8, көтөүлектәр — 433,7, урмандар — 916,1 (1992). Уртаса тәүлек т‑раһы 10°С юғары булған осор эсендә актив т‑ралар суммаһы 2050—2350°С тәшкил итә, Г.Т.Селяниновтың гидротермик коэф. — 0,6—1,0 (Хәйбулла р‑нының көньяҡ өлөшөндә 0,6‑нан кәмерәк), ҡырауһыҙ осор — 105—115 көн. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 355— 455 мм, вегетация осоронда — 170—220 мм. Климат шарттары йылылыҡ яратыусы, ҡоролоҡҡа сыҙамлы культуралар (яҙғы бойҙай, арпа, торна борсағы, арышбаш һ.б.) үҫтерергә мөмкинлек бирә. Аяҙ ҡоро көндәрҙең күп булыуы юғары сифатлы иген алырға булышлыҡ итә. Йыуылған (35%), ябай һәм көньяҡ (35%) ҡара тупрағы киң таралған; тоҙло ҡара тупраҡ һәм тоҙло тупраҡ осрай. У.а.д.з. агротехниканың төп маҡсаттары: тупраҡ дымын туплау һәм һаҡлау, тупраҡты еңел үҙләштерелеүсе фосфор м‑н байытыу. Тоҙло тупраҡҡа гипс индереү һәм фитомелиорация ҡулланыла. А.х. производ- ствоһының төп йүнәлештәре: ит‑һөт һыйырсылығы, иген культуралары үҫтереү. Шулай уҡ ҡара: Ауыл хужалығы зоналары.

Әҙәб.: Научно обоснованные системы земледелия по зонам Башкирской АССР. Уфа, 1990; Почвы Башкортостана: в 2 т. / Ф.Х. Хазиев [и др.]. Уфа, 1995—1997.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018