УРАЛ АЛДЫ ДАЛА ЗОНАҺЫ, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Фёдоровка, Шишмә, Әлшәй р‑ндары, Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез р‑ндарының көнбайыш өлөшө а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 3756,3, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 1380,8, сабынлыҡтар — 398,7, көтөүлектәр — 738,2, урмандар — 139,5 (2008). Уртаса тәүлек т‑раһы 10°С юғары булған осор эсендә актив т‑ралар суммаһы 2100—2500°С тәшкил итә, Г.Т.Селяниновтың гидротермик коэф. — 0,9—1,0. Т‑ра 10°С булған осор дауамлығы — 132—142, ҡырауһыҙ осор — 175 көн. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 428 мм, вегетация осоронда — 213 мм. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 2,6°С. Зонала ел һәм һыу эрозияһы күҙәтелә. Йылылыҡ яратыусы культуралар (йәшелсә культуралары, ҡарабойҙай, орлоҡҡа кукуруз, тары) үҫтерелә. У.а.д.з. республикала иген (яҡынса 40%), шәкәр сөгөлдөрө (60%‑тан ашыу), орлоҡҡа көнбағыш (яҡынса 90%) етештереү б‑са алдынғы урынды алып тора. Һөрөнтө ерҙәрҙең тупраҡ япмаһында типик һәм типик карбонатлы (53%‑тан ашыу), йыуылған (37%‑тан ашыу) ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. У.а.д.з. агротехниканың төп маҡсаттары: тупраҡ дымын туплау һәм һаҡлау, һөрөнтө ҡатлам төҙөлөшөн һәм фосфор миҡдарын ҡулайлаштырыу. А.х. производствоһының төп йүнәлеше — һыйырсылыҡ, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш производствоһы үҫешкән игенселек. Шулай уҡ ҡара: Ауыл хужалығы зоналары.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.