УРАЛ АЛДЫ БӨГӨЛӨ, Уралдың алғы йыйырсыҡтары һәм Көнсығыш Европа платформаһы араһында урынлашҡан 1‑се дәрәжәле кире тектоник структура. Моғажарҙан алып Баренц диңгеҙе ярҙарына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 2000 км, респ. сиктәрендә 525 км, киңлеге 70 км тиклем. Ҡаратау ҡалҡыуы төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәргә бүлә. Төньяҡ өлөшөндә Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, көньяҡ өлөшөндә — Шихан‑Ишембай биләне бүлгән Мораҡ депрессияһы һәм Ағиҙел депрессияһы айырыла. У.а.б. кембрий алдының өҫкө өлөшө, палеозой һәм кайнозой ултырмаларынан тора. Әселе‑әртә йәшендәге платформа фацияһының карбонатлы тау тоҡомдары м‑н шул уҡ йәштәге депрессия фацияһының карбонатлы‑балсыҡлы тау тоҡомдарының алмашыныуы риф массивтары зонаһы м‑н кәүҙәләнгән У.а.б. көнбайыш сиген билдәләй, уға аҫҡы пермь һәм өҫкө карбон ҡатламдарының гравитация баҫҡысы йәки флексура бөгөмө тура килә; көнсығыш сиге әртә ярусының терриген тоҡомдары тотош үҫешенең карбон карбонаттарына алмашыныуы м‑н билдәләнә. Аҫҡы пермь ултырмаларын геол.‑геофизик тикшереү нигеҙендә У.а.б. киңлек һәм меридиональ зоналлеге иҫбатлана. Көнбайыштан көнсығышҡа табан тышҡы, үҙәк һәм эске зоналары айырыла. Тышҡы зонала, әселе‑әртә ҡатламдарында, барьер тибындағы риф массивтары киң үҫешкән. Шихан‑Ишембай биләнендә улар өлөшләтә ер өҫтөнә сыға, Ҡаратау яны районында, Ағиҙел депрессияһында һәм Йүрүҙән‑Сылва депрессияһының барлыҡ һуҙымында тулыһынса ер өҫтөндә ята. Күмелгән риф массивтарының күпселеге нефть һәм газ тоҙаҡтары булып тора (Ишембай, Столяровка, Введеновка һ.б. ятҡылыҡтар). У.а.б. үҙәк зонаһы тышҡы зонаның риф ҡоролмаларынан көнсығыштараҡ үҫешкән һәм көңгөр ярусының макс. ҡалынлыҡтағы тоҡомдары киҫелешендә билдәләнә. У.а.б. төньяҡ өлөшөндә өҙәр боҙоҡлоҡтар буйлап көнсығыш йүнәлештә платформа ҡапламаһы ултырмаларының баҫҡыс рәүешендә күмелеүе күҙәтелә. Айырылған бер нисә баҫҡыс сигендәге урта һәм өҫкө карбон ҡатламдарында нефть‑газ һәм нефть ятҡылыҡтары асылған (Мәтәле, Ҡыҙылбай, Әләгәҙ һ.б.). У.а.б. көньяҡ өлөшөндә ҡаплау шыуҙырмалары киң үҫешкән, уларҙың фронталь өлөштәрендә кинйәбулат тибындағы теҙмә йыйырсыҡтар формалашҡан, артҡы өлөштәрендә тәйрүк тибындағы көмбәҙгә оҡшаш йыйырсыҡтар таралған. Ҡаплау шыуҙырмаһының типик өлгөһө — Ҡарлы‑Волостновка‑Тәүәкән ҡаплау шыуҙырмаһы (төньяҡтан көньяҡҡа табан 220 км һуҙылған), уны ҡатмарландырған асимметрик йыйырсыҡтарҙың оҙонлоғо 3—8 км, киңлеге 1—3 км. Йыйырсыҡтарҙың көнбайыш битләүҙәре текәрәк, уларға өҫкө франс‑турней, урта карбон һәм аҫҡы пермь ултырмаларындағы ятыштар м‑н Ҡарлы, Борон, Цветаевский, Сәлих, Кинйәбулат, Воскресенск, Волостновка һәм Тәүәкән нефть ятҡылыҡтары тура килә. Көньяҡ‑көнсығыштараҡ урта карбондың сатнаған нефть һәм газ коллекторҙарында күбеһенсә көкөртлө водородлы газ ятҡылыҡтарын (Бөркөт, Исем, Һарытау, Подгорный) контролдә тотҡан ҡаплау шыуҙырмаһы табылған. У.а.б. эске зонаһына аҫҡы пермдең әртә һәм һаҡмар ярустарының макс. ҡалынлыҡтағы депрессия ултырма тоҡомдары хас, көңгөр ярусы тоҡомдары юҡ. Тектоник төҙөлөшөн ш. уҡ Йүрүҙән‑Сылва депрессияһында һуҙылған ҡаплау шыуҙырмаларының дислокациялары билдәләй. Эске зона ҡаплау шыуҙырмаларына ҡатмарлы төҙөлөш хас, улар м‑н бәйләнгән йыйырсыҡтар оҙонораҡ, битләүҙәре текәрәк. Эске зонала Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы сиктәрендә Апут газ ятҡылығы асылған.

Р.Х.Мәсәғүтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.