УРАЛ, Учалы р-нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Учалы т. юл ст. К. табан 27 км алыҫлыҡта Ҡалынташ й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 283 кеше; 1959 — 256; 1989 — 153; 2002 — 161 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Мансуров” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

    Ауылға 20 б. 20‑се йй. Тамъян‑Ҡатай кантонында Стәрлетамаҡ кантоныкүскенселәре Утлыҡташ булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.