БАЛАЛАЕВ Николай Семёнович (1869—?), Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. 1906 й. алып Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы ағзаһы. Ырымбур өйәҙе Исаев а. священнигы. Думала уртасыл уңдар фракцияһы ағзаһы. Революция (1917) барышында ҡулға алына. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Д.А.Сафонов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018