УРАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 70 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 136 кеше; 1959 — 267; 1989 — 280; 2002 — 303 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй. Халҡы “Йылайыр” ДУАХП‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана  бар.

    Ауылға 1929 й. Йылайыр кантонында Йылайыр с‑зы ойошторолған ваҡытта С‑здың Пригородный хужалығы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. алып Йылайыр с‑зының Урал бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ теркәлә. 2005 й. хәҙ. статусын алған, 2008 й. — хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.