УРАҠ БЕЙ, башҡорттарҙың ғәйнә ырыуы башлығы. Шәжәрә һ.б. сығанаҡтарҙа яҙылыуынса, ғәйнәләрҙең Мәскәү батшалығы составына (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған. Килешеү төҙөлгәндән һуң, урыҫ подданныйлығын ҡабул итеүҙе раҫлаған жалованный грамота алған.