УРАҠАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 14 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 225 кеше; 1920 — 223; 1939 — 188; 1959 — 196; 1989 — 113; 2002 — 104; 2010 — 91 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Байбирҙе, Байморат, Етемғол, Ҡәҙерғол, Ҡарағол, Моратҡол Ураҡаевтар билдәле. 1866 й. 42 йортта 234 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018