УРАҘБАХТИНА Людмила Бруновна (18.4.1948, Ростов өлк. Романовская станицаһы), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. 2002 й. алып Германияла йәшәй һәм эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник объекттарҙы мониторингылау һәм диагностикалау өсөн системалар төҙөүгә арналған. У. тарафынан газ турбиналы двигателдәрҙең техник торошон контролдә тотоу өсөн мәғлүмәт эшкәртеүҙең интеллектуаль системаларын төҙөү нигеҙҙәре, махсуслаштырылған хисаплау комплекстарын матем. һәм программа м‑н тәьмин итеү һ.б. уйлап сығарылған. 75‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 48 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Управление динамическими системами в условиях неопределённости. М., 1998 (авторҙ.).

В.И.Васильев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.