УРАҘ, Урал й. басс. һаҙлыҡ. Учалы р‑ны Ураҙ а. көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Урал й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1598,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 2,7 м, эшкәртелмәгән торф запасы 5444,0 мең т. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, ҡара ерек, тал, ябай муйыл, ҡара ҡарағат, ат ҡуҙғалағы, зәһәр лютик, күрән, ҡаҙүләне, ҡамыш, меңъяпраҡ һ.б. үҫә. Ҡоралай, мышы, үр ҡуяны, көйөлдө, ҡор, һороторна, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.