УРАҘ АГРАР ЛИЦЕЙЫ, Учалы р‑нында урынлашҡан. 1906 й. мәктәп булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1966 й. — урта мәктәп, 1996 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Учалы р‑ны Ишмәкәй а. филиалы эшләй. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, интернаты, теплицаһы, йәшелсә һаҡлағысы, ярҙамсы хужалығы, мәктәп яны һәм уҡытыу‑производство участкалары, авто‑ һәм а.х. машиналары бар. “Умартасылыҡ” һәм “Ауыл хужалығы производствоһы тракторсыһы” һөнәрҙәре б‑са әҙерлек алып барыла. У.а.л. эргәһендә балалар баҡсаһы эшләй. Уҡыу йортон 1,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында Ғ.З.Аллаяров, Т.Й.Ғиниәтуллин, Н.Х.Заһиров, З.С.Тереғолова.

У.М.Байғусҡаров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018