УПҠАНКҮЛ, Өфө й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Нуриман р‑ны Нимесләр а. көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,1 км2, оҙонлоғо 2,5 км, киңлеге 150—180 м. Иҫке үҙән, формаһы даға һымаҡ. Һыу кимәле күтәрелгәндә Өфө й. м‑н ҡушыла. Туйыныуы ҡатнаш. Тирә‑яҡ ландшафы киң япраҡлы урмандарҙан тора; көнсығыш ярҙарында — болондар, көнбайышында ҡара ерек үҫкән һаҙлыҡтар таралған. Яр буйын күл ҡамышы, ябай уҡъяпраҡ һ.б. ҡаплаған, һары томбойоҡ, аҡ томбойоҡ, себер һыу сәтләүеге, һыу үләненең төрлө төрҙәре үҫә.

Әҙәб.: Озеро Упканны‑Куль — памятник природы Башкирии. Уфа, 1963.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Илл.: Упҡанкүл. Һыу сәтләүеге