УПҠАНКҮЛ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Асҡын р‑ны Упҡанкүл а. көньяҡ ситендә, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 3 га. Күл‑һаҙлыҡ комплексынан ғибәрәт, ш. уҡ исемле күлде һәм карстан барлыҡҡа килгән һаҙлыҡты үҙ эсенә ала. Ағар төбәк, һыу кимәле күтәрелгәндә Ҡурғаш й. (Өфө й. басс.) ағып сыға. Тирә‑яҡ ландшафы кәҫле көлһыу һәм болон‑ҡара тупраҡтарҙағы ҡайын урманынан тора. Күлдең көнбайыш һәм көнсығыш ярҙарын йөҙөп йөрөгән күрәнле, күрән‑үлән‑һаҙ мүкле һәм ҡыуаҡлы (лапланд талы, көлһыу тал һ.б.) һаҙлыҡтар ҡаплаған. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: инглиз ысыҡ үләне, түңәрәкъяпраҡ ысыҡ үләне, һаҙ мүк еләге, һаҙ хаммарбияһы.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Илл.: Упҡанкүл төбәге