УҢЫШТЫ УРЫП‑ЙЫЙЫУ, баҫыуҙан (баҡсанан, теплицанан) үҫемлекселек продукцияһын йыйып алыуҙы, әҙер продукцияны йыйып алғандан һуң эшкәртеүҙе, һаҡлау йәки һатыу урынына ташыуҙы, һаҡлауға һалып ҡуйыуҙы үҙ эсенә алған технологик ысул. Урып‑йыйыу ысулы культураның биол. үҙенсәлектәрен, климат шарттарын һәм тармаҡтың техник ҡорамалландырылыуын иҫәпкә алып билдәләнә. Иген культуралары, картуф, май биреүсе культуралар, мал аҙығы культуралары, шәкәр сөгөлдөрө һәм ҡайһы бер йәшелсә культураларының У.у.‑й. механизацияланған (ҡара: Ауыл хужалығын механизациялау). Башҡортостанда иген культуралары июль аҙ. (арпа, борсаҡ, ужым арышы) — авг. 1‑се ярт. (бойҙай, һоло) бер фазалы һәм ике фазалы ысулдар м‑н йыйып алына. Бер фазалы У.у.‑й. (тураға урып һуғыуҙа) ҡыяҡлылар тулы өлгөрөү фазаһында иген йыйыу комбайндары м‑н сабыла, артабан һуғыла (дымлы көндә һирәк сәселгән, тәпәш буйлы сәсеүлектәр өсөн файҙаланыла), ике фазалы У.у.‑й. (айырым һуғыуҙа) балауыҙланып өлгөрөү осоронда рәттәр арҡырыһына урғыстар м‑н сабыла һәм өйкөмдәргә һалына, 4—7 көндән комбайндар ярҙамында һуғыла. Шәкәр сөгөлдөрөн урып‑йыйыу яҡынса 15 сент. башлана. Һабаҡ‑тамыр йыйыу машиналары, сөгөлдөр ҡаҙыу комбайндары ҡулланыла. Ағымлы (комбайн йыйып алған һәм таҙартҡан тамыр аҙыҡтар эшкәртеүгә ебәрелә), ағымлы‑йөк күсереп тейәү (сөгөлдөрҙө эшкәртеү өсөн комбайндан сығарыу м‑н уның бер өлөшө кагаттарға һалына, уларҙан һуңыраҡ шәкәр з‑дтарына ташыла) һәм йөк күсереп тейәү (тамыраҙыҡтар баҫыу ситенә алып барыла һәм кагаттарға һалына, аҙаҡтан шәкәр з‑дтарына ебәрелә) ысулдары файҙаланыла. Картуф сорты һәм тәғәйенләнешенә ҡарап төрлө ваҡытта ағымлы (бүлбеләр аҙаҡҡы таҙартыуға һәм сортлауға ебәрелә; еңел һәм уртаса гранулометрик составлы һәм дымлылығы 25%‑ҡа тиклем булған тупраҡта ҡулланыла), айырым (бүлбеләр өйкөмдәрҙә киптерелгәндән һуң комбайн м‑н йыйып алына; уртаса һәм ауыр составлы тупраҡта), ҡатнаш (өйкөмдәргә һалыусы машиналар м‑н ҡаҙып алынған һәм сиктәш ҡаҙылмаған рәттәр араһына һалынған бүлбеләр комбайн м‑н йыйып алына, бер үк ваҡытта йыйып алынмаған рәттәр ҡаҙыла) ысулдар м‑н йыйыла. Бесән әҙерләү — сабыу, әйләндереү, өйкөмдәргә тырмап өйөү, йыйып алыу, эҫкертләү йәки төктәргә һәм төргәктәргә бәйләүҙе; сенаж әҙерләү сабыу, киптереү, йыйып алыу, ваҡлау, траншеяларға һалыу йәки төргәктәргә урау һәм плёнкаға төрөүҙе үҙ эсенә ала. Оҙон һабаҡлы культураларҙы (көнбағыш, кукуруз) силосҡа сабып алыу һәм ваҡлау өсөн урғыслы (барабанлы, инешле, тотош ҡырҡыусы) һәм йыйғыслы мал аҙығы йыйыу комбайндары файҙаланыла.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова