УНАСОВ Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы [7.11.1887, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байыш а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 17.1.1921, АСБР‑ҙың Бөрйән-Түңгәүер кантоны Тәкәһуҡҡан утары эргәһендә], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә каптенармус булып хеҙмәт итә. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе. 1920 й. йәйендә Бөрйән-Түңгәүер кантонында баш күтәреүселәр отряды ойоштороп, большевиктарға ҡаршы сыҡҡан, сент. алып баш күтәргән Башҡ. ҡыҙыл армияһының 1‑се див. начальнигы. Нояб. властарҙың баш күтәреүселәр м‑н һөйләшеүҙәрендә ҡорал һалыуҙан баш тартып, көрәштәштәре м‑н ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе дауам иткән. Дек. С.Ш.Мырҙабулатов һ.б. аралашсылығында У. м‑н властар араһында ихтилалды туҡтатыу һәм отряд командирҙарының Стәрлетамаҡ ҡ. килеүе хаҡында ярашыуға киленгән. Ихтилалды баҫтырыуға ебәрелгән эске һаҡ ғәскәрҙәренең 68‑се бригадаһы ком. Г.И.Симоновтың йәшерен бойороғо б‑са У. 8 көрәштәше м‑н бергә Стәрлетамаҡҡа барған юлда конвоирҙар тарафынан атып үлтерелә.

Әҙәб.: Солтанов Й. Сөләймән Мырҙабулатов: заманы һәм көрәше (1917—1922). Өфө, 2006.

М.М.Маннапов, Й.Ә.Солтанов

Тәрж. М.Х.Хужин